“Үткәндәрҙе белеү-киләсәккә юл асыу”
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән уҡыусыларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттырыр өсөн төрлө алымдар ҡулланам. Шул алымдарҙың береһе -ул үҙебеҙҙең гимназия эсендә урынлашҡан музейға сәйәхәт.
Күптән түгел, 25-се октябрҙә, Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында, “Йәш тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүсе” тип аталған сара булып үтте.Асыҡ дәрестәр, викториналар, класс сәғәттәре, интеллектуаль уйындар, экскурсиялар ойошторолдо. Бигерәк тә был сарала 5 “а,г” класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Дәрес гимназияның “Тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү музейында” үтте.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар, фотоһүрәттәр үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Яҙмам гимназияла урынлашҡан тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хаҡында. Бөгөнгө көндә музей менән Алина Әнүәр ҡыҙы етәкселек итә. Музей гимназияның тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик (ретро-мөйөш) ҡомартҡылар (экспонаттар), фотоһүрәттәр менән байытылған бүлектәрҙән тора.
Мин уҡыусыларға бик матур, эстәлекле итеп һөйләнем, таныштырҙым. Балаларҙа бигерәк тә борон башҡорт халҡы үҙ тормошонда ҡулланған көнкүреш әйберҙәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Был әйберҙәрҙең ҡайҙан, кемдән, ҡайһы ваҡытта алынғанын тасуирлап һөйләһәм, шәжәрәләр тураһында, уҡыусылар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, мөкиббән инеп китеп тыңланылар.
Бер сәғәткә тип иҫәпләнгән ваҡытты, ике сәғәткә һуҙып, матур тәьҫораттар менән таралдыҡ.
Ғәләүетдинова Гөлфирә Тимербай ҡыҙы,
Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы