Үҙ шәжәрәңде бел
Февраль 28, 2022
Просмотров: 111
Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» аҙналығы сиктәрендә «Шәжәрә байрамы» булып үтте. Заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында уҡыусыларҙың эштәре – ата-әсәләре ярҙамында төҙөлгән шәжәрәләр күргәҙмәһе урын алды. Байрамда уҡыусылар үҙҙәренең шәжәрәләре менән мауыҡтырғыс итеп сығыш яһанылар. Үҙҙәренең туған-тумасалары, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙары тураһында улар ҙур ғорурлыҡ менән һөйләнеләр. Тамашасыларҙа был байрам ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйтергә кәрәк, «Шәжәрә байрамы» гимназияла йылда ойошторола. Сарала актив ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде. Байрам матур йыр менән тамамланды.